top of page

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Насырова Наилә Яхъя ҡыҙының сайты

!Ҡәҙерле ҡунаҡтар

Һеҙҙе үҙемдең сайтымда күреүемә бик шатмын!Коллегаларымды эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға саҡырам

МИН БИТ ӘЛЕ БАШҠОРТ ҠЫҘЫ

 

Үтәйемсе атта елеп

Тау-урманды, ялан-ҡырҙы,

Саялығым нәҫелемдән –

Мин бит әле башҡорт ҡыҙы.

 

Һығылып торған өҫтәлемдә

Ҡымыҙ ҙа бар, икмәк-тоҙо,

Тәбиғәттән ҡунаҡсылмын –

Мин бит әле башҡорт ҡыҙы.

 

Йырлайымсы күкрәк киреп

Оҙон көйгә моңло йырҙы,

Күңелемдә мең йәшәр моң –

Мин бит әле башҡорт ҡыҙы.

 

Ата-бабам усағының

Йөрәгемдә дөрләй ҡуҙы,

Төйәккенәм – Башҡортостан,

Ә мин үҙем башҡорт ҡыҙы!

 

Зөлфиә Ханнанова 

     Мин, Насырова Наилә Яхъя ҡыҙы, Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуғанмын.  Бөтөн донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе, Ҡурыуҙы, Мәсем, Аҡбейек тауҙары, Аҡбулат йәйләүе, ҡара урмандары, мәғрур ҡаялары менән данланған, Бабсаҡ бей ҡәберен һаҡлаған сал тарихлы Бөрйән ере “Урал батыр” эпосын яттан һөйләгән йәш сәсәндәрҙе үҙенә йыйған хозур Бөрйән ерендә тыуып үҫкәнмен.

      1989-1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт бүлегендә уҡыным. Өфө  ҡалаһы  ҡала округы  49-сы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһында  башҡорт   теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләйем.Юғары категориялы уҡытыусымын. Педагогик стажым – 25 йыл.

     Рус теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле, логопедия буйынса переподготовка үттем.

  Яратҡан шөғөлдәрем-башҡорт милли биҙәүестәрен эшләү, бәйләү, сит телдәрҙе өйрәнеү. 

  Профессиональ яҡтан камиллыҡҡа ынтылам. 2012 йылда "Уҡытыусы - эҙләнеүсе " , 2018 йылда "Оҫта - уҡытыусы"   ҡала конкурстарында еңеп сыҡтым.  2012   йылда Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы премияһына лайыҡ булдым.     2018 йылда   “Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы” республика конкурсы еңеүсеһе, «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә РФ Президенты гранты еңеүсеһе булдым.  2019 йылда Башҡортостан Республикаһы премияһына лайыҡ булдым.      2017 йылдан " Башҡортостан Республикаһы Мәғариф алдынғыһы" исемен йөрөтәм. 2019 йылда V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Республика башлығы Р.Хәбиров ҡулынан "Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән маҡтаулы исем алдым. Шул уҡ йылда 2-се тапҡыр «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә РФ Президенты гранты еңеүсеһе булдым.

    Белемемде  камиллаштырыу өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләйем. 2018 йылда Мәскәүҙәге  “Менеджерҙар мәктәбе"ндә “Федераль дәүләт стандарттары шарттарында мөмкинлектәре сикләргән һәм инвалид балаларҙы уҡытыу"буйынса, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа Федераль дәүләт стандарттарының талаптары”, "ОДНК НР предметы дәрестәрен ойоштороуға заманса талаптар"квалификацияны күтәреү курстарында уҡыным.

     Бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа белем биреү сифатын күтәреү маҡсатында "Рәссамдарҙың картиналары аша телмәр үҫтереү" темаһы өҫтөндә эшләйем. Девизым: "Ауырлыҡтарға баш эймәҫкә,тик алға  барырға!"

     Үҙемдең эшемде, балаларҙы яратам. Уҡыусыларым район, ҡала, республика күләмендә үткәрелгән конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып призлы урындар алалар. 2016 йылда 10-сы класс уҡыусыһы Панчихина Алиса Мәскәүҙә дәүләт телдәре буйынса үткән I Бөтә Рәсәй олимпиадаһында призер булды. 2018 йылда  11-се класс уҡыусыһы Яҡупова  Влада Ҡазан ҡалаһында үткән II Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеү яуланы.  Уҡыусыларым Күмертау ҡалаһында үткән "М.Исҡужин уҡыуҙары", Өфө ҡалаһында үткән "Р.Ғарипов уҡыуҙары", Ишембай ҡалаһында үткән "З.Вәлиди уҡыуҙары"нда призлы урындар яуланылар. 2019 йылдың 1 февралендә Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы премияһына лайыҡ булдым. 

     

         

55.JPG
bottom of page